Туймазы хәбәрләре
+19 °С
Дождь
События и факты
8 Февраля 2021, 08:11

Авылыбызның ак әбие

Районыбызда юбилярларны хөрмәтләү дәвам итә. Бишкурай авылында яшәүче Әнисә Мөхәмәтшәфыйк кызы Шәйхулова матур юбилее - 95 яшен билгели

Туган көн ул үткәннәргә караш ташлап, хатирәләрне барлау өчен бер сәбәп. Әнисә апаның хатирәләрен Бишкурай мәктәбе укытучысы Ләлә Абзалова язып алган.
Аны сезгә дә тәкъдим итәбез.
Ленинградтан өйгә оҙон юл
Һуғыш бөтә хыялдарҙы селпәрәмә килтерә...
“Ағай менән еңгәм мине бала күтәртеп тиҙ генә сиратһыҙ икмәк алып ҡайтырға ебәрҙе. 1,5 кило икмәк бирҙеләр. Беҙ ҡайтыуға кофе ҡайнатып ҡуйғайнылар, ултырып тамаҡ ялғаныҡ та, ашығып сығып киттек.
Бөтә ерҙә окоп ҡаҙалар, төндә шунда инеп ултырҙыҡ. Ике көн блиндажда үткәрҙек. Иртән ярыҡтан дошманды күрҙек, беҙҙе баҫып алғандар икән, тип бик ҡайғырҙыҡ. Шул саҡ ишеккә төрттөләр, бөттөк былай булғас, тибеҙ. Ишеккә һаман шаҡығас асҡайныҡ, йәш кенә немец һалдаты тәмәке һорай, үҙе беҙгә теймәне.
Икенсе көндө лә шул немец килде. Бер тапҡыр атты ла:”Был – сигнал, иртәгә лә мин дежур итәм. Һеҙҙе атып еңеү яулап булмаҫ”, - ти. Ҡараңғы төшкәс, ул йәнә килде:”Ике–өс минуттан алға шыуышып китегеҙ!”- ти, үҙе атҡан булды, тейҙермәҫкә тырышты. Икенсе пуляһы яңылыш ағайымдың аяғын сыйып ебәрҙе. Шулай ҙа оло юлға сыҡтыҡ.
Урман аша биш – алты саҡрымдағы бер ауылға барҙыҡ, бер йән эйәһе юҡ, халыҡ ҡасып киткән. Шунда буш өйгә инеп ял иттек, өс көн ҡундыҡ. Беҙгә лә бында оҙаҡҡа туҡталыу ҡурҡыныс ине. Ағай ҡояш сығышына ҡарай барырға кәрәк, тине. Тағы ҡуҙғалдыҡ. Шулай китеп барғанда ул шып туҡтаны:” Юлдан ситкәрәк сығайыҡ, ат бышҡырған тауыш килә, һин ҡыуаҡ артына йәшенеп тыңла, ниндәй телдә һөйләшәләр”,- тине. Татарса һөйләшкәндәрен ишеткәс, ағайыма әйттем дә, ҡаршыларына сыҡтыҡ. Был ялан кухняһы булған икән. Беҙ: “Алда немецтар!”, тигәс, бер буханка икмәк биреп, кирегә боролдолар. Беҙ ҙә машина юлынан киттек. Бара торғас, Дон йылғаһына килеп сыҡтыҡ. Өс ат килеп туҡтаны, ике кешеһе бар. Беҙҙе лә бричкаға ултырттылар.
Былар ялан госпитале янында туҡтаны, санитарҙар ағайҙың аяғын бәйләне.. Шунан тимер юлына алып барып, тауар вагонына ултыртып ебәрҙе.
Вагон йылы, яғыла, ултырыу менән рәхәтләнеп ойоп киткәнбеҙ. Ашарға бер нимә ҡалманы, асыҡтыҡ. Поезд бер ауыл эргәһендә туҡтағайны, еңгә аҙыҡ эҙләп китте. Урыҫ ауылы икән. Мәрйәләр йәлләп балаға аҙыҡ бирәләр ҙә, үҙҙәре ҡарап тора икән, еңгә, баланы ашатҡан булып , үҙе лә ҡаба икән. Ул килгәс, бала күтәреп, мин дә барҙым, икенсе өйҙәргә индем. Һаҡаллы урыҫ:”Ашатып ебәр!”- ти. Беҙгә бутҡа бирҙеләр, икәүләп тамаҡ ялғаныҡ. Рәхмәттәр әйтеп сығып барғанда, әбей, иренән йәшереп кенә, ҡыйырсыҡ икмәк тотторҙо. Шунан ағай бала күтәреп китте, килгәс : “Балабыҙ – бәхетебеҙ, ул беҙҙе туйҙырҙы”, - тине.
Өс көн шулай торҙоҡ, аҙаҡ вагондарға тейәлеп киттек. Бара торғас, поезд Бүздәк районының Табанлыкүл ауылына килеп туҡтаны, шунда төштөк. Бер бабай атында Аҡтауға алып ҡайтты. Әсәйем мине таныманы. “Әнисәм юҡмы ни?”- ти, үҙе үкһеп илай. Шул тиклем ныҡ ябыҡҡайным...
Ағайҙы урмандағы умарталыҡҡа эшкә тәғәйенләнеләр, еңгәм менә шунда йәшәнеләр. Бал айыртҡас, колхозға тапшыралар, һауыт төбөндәгеһе менән баллап сәй эскәндә Сайма исемле силсәүит рәисе килеп күргән дә , ағайҙы трудармияға ебәрткән. Шул китеүҙән ҡайтманы. Урман ҡырҡҡанда өҫтөнә ағас төшөп үлде, тигән хәбәре килде.
Тәүҙә: “Мин ас, посылка һалығыҙ әле”,- тигән хаты килде. Әсәй икмәк бешерҙе, балға манып сохарый киптерҙе. Посылканы алғас: “Рәхмәт, иптәштәр менән бергәләп ашаныҡ, мөмкин булһа, тағы һалығыҙ”,-тип йәнә хаты килде. Тағы ебәрҙек. Өсөнсө хатты сит кеше ҡулы яҙғайны. “Мин госпиталдә ятам, уң ҡулым яраланды, шуға кешенән яҙҙырам”,- тигән юлдар бар ине. Өсөнсө посылканы һалдыҡ, тик ул саҡта ағай үлгән булған. Асыҡҡас, иптәштәре ағайым булып үҙҙәре хат ебәргән икән.
Мине торф сығарырға Павловка участкаһына Мәскәү янына ебәрҙеләр. Унда урман ҡырҡтыҡ, төбөн таҙарттыҡ. Аҡса түләмәнеләр, хәлһеҙләнеп ҡайтып инә инек.
“Еңеү!”- был хәбәрҙе торф сығарғанда ишеттем. Баракта уртала радио тора ине, шунан хәбәр иткәндәр, беҙ ишетмәй ҡалғанбыҙ. Мәрйәләр ҡысҡырыша, илаша, аптыраныҡ. Шунан беҙҙең ишекте шаҡынылар. “Вставайте! Сони! Победа! Мы победили!”- тиҙәр.
Арып, хәлһеҙләнеп ауылға ҡайтып индем. Унда ла еңел булманы.
Кейәүгә сыҡҡас аҡсаға ныҡ интегеп торҙом. Аптырап, 40–50 кейем сабата үреп санаға тейәп баҙарға һөйрәп алып барам, һатҡан аҡсаһының тинен тотмай ҡайныға ҡайтарып тотторам, ала ла һандыҡҡа бикләп ҡуя.
Лида Закирова.
Читайте нас