Документта әйтелеүенсә, мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе COVID-19 менән ауырығандар, коронавирусҡа шик булғандар һәм сирле менән бәйләнештәгеләр, “дауахананан тыш пневмония” диагнозы ҡуйылған пациенттар, 65 йәштән өлкәндәр, респиратор сир билдәләренә бәйле ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр, улар менән йәшәгәндәр өсөн ғәмәлдә.