Туймазы хәбәрләре
+12 °С
Облачно
Җәмгыять
22 Октября 2020, 07:41

Ратмир Тимашевтың олатаһы Иҫке Ҡалмаштан

Ратмир Тимашев, “Forbes” исемлегендә торған миллиардер, Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылында һыу үткәреү системаһына капиталь ремонт эшләүҙә ярҙам иткән, тип хәбәр итте ауыл биләмәһе башлығы Азамат Йәнекәев

Ратмир Тимашев һыу үткәргесте ремонтлаға аҡса бүлгән, шулай уҡ колонкалар һәм янғын гидранттары ла ҡуйғанғф ярҙам иткән. Киләсәктә ул ауыл мәктәбенә юғары тиҙлекле интернет үткәреүҙә лә ярҙамлашырға йыйына.Эшҡыуарҙың ярҙамының сәбәбе лә бар – уның олатаһы ошо ауылдан. Ратмир Тимашев үҙе иһә Big Data һәм мәғлүмәттәрҙе һаҡлау өлкәһендә эшләгән “Veeam Software” халыҡ-ара IT-компанияһына нигеҙ һалған. 2020 йылда Рәсәй “Forbes”е уны 700 миллион доллар байлығы булған иң бай эшҡыуарҙар исемлегендә 148-се урынға ҡуйған. Әлеге ваҡытта Ратмир Вил улы Америкала йәшәй.
Фото: itweek.ru
Читайте нас