Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” проекты Башҡортостан Башлығының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә бүленгән грантына эшләй, ул шулай уҡ президент гранттары конкурсында еңеүселәр рәтендә булды. Сараны “Бәхет биләмәһе” изгелек фонды республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә үткәрә, тип хәбәр итте «Башҡортостан» гәзите.
“Бөгөнгө сарала ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы күҙгә-күҙ ҡарап сәләмләй алғаныма шатмын, сөнки билдәле сәбәптәр буйынса онлайн-форматҡа күскәйнек”, – тине Шишмә районында академия эшен асҡанда Каринэ Хәбирова. Сығышында ул бөгөн “Бәхет биләмәһе”нә килгәндәрҙең һәр береһенә ниндәйҙер яңылыҡ отоу, көс-ҡеүәт туплау һәм уны үҙенең яҡындарына бүләк итеүҙәрен теләне. “Яҡын һәм һөйөклө кешеләребеҙгә тағы ла күберәк йылылыҡ, хәстәрлек, мөхәббәт бүләк итәйек!” – тине ул.
Ғәҙәттәгесә, “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нең эше тематик биләмәләргә бүленде. Мәҫәлән, “Ижад биләмәһе”ндә Шишмә районы ҡатын-ҡыҙҙарының төрлө оҫталығы күрһәтелде. “Дуҫтарса биләмә”лә бизнес-тренер, психолог Ирина Банникова үҫмер балалар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр тураһында һөйләне. Ә “Балалыҡ биләмәһе” яғындағы әсәйҙәр табип-неонатолог, БДМУ доценты, “Үҙенсәлекле балалар” хәйриә фонды директоры Фәйрүзә Латипованың өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың үҫеше тураһындағы лекцияһын тыңланы.
Балалар йорттары һәм приюттары директорҙары өсөн өс сәғәтлек семинар ҙа эшләне. Уны Мәскәүҙән саҡырылған ҡунаҡ – D-Group.Social ойошмаһының башҡарма директоры Инга Моисеева алып барҙы.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нең маҡсаты – гүзәл затҡа үҙ мөмкинлектәрен асырға ярҙам итеү, өйрәтеү генә түгел, тыңлау ҙа. Аңлау. Кәңәш итеү. Психологтар ошо мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итә.
Шишмәләге “Бәхет биләмәһе” эшендә ҡатнашҡандар яңы көс-дәрт, илһам алып таралышты.