Туймазы хәбәрләре
+16 °С
Ясно
Җәмгыять
5 Июня 2020, 07:45

Салауат көндәре коронавирусҡа бәйле онлайн форматында үткәрелә

2020 йылда башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тула

2020 йылда башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тула. Салауат көндәре коронавирусҡа бәйле онлайн форматында үткәрелә.
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 12-16 июндә уҙасаҡ сараларға бөтә республика ҡушыласаҡ.
Республика Милли музейы, мәҫәлән, видеокәңәшмә форматында “Герой һәм шағир. Салауат Юлаев шәхесенең Башҡортостан тарихындағы өлөшө” тип аталған фәнни-ғәмәли конференция ойоштора. Ә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ютуб-каналында Заһир Исмәғилевтең “Салауат Юлаев” операһын, Башҡортостандың Милли симфоник оркестры операға башҡарылған увертюраны күрһәтәсәк. Мостай Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” спектаклен М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тәкдим итә.
Нефтекама дәүләт филармонияһы Салауат Юлаев тормошона арналған “Оран” музыкаль-поэтик программа әҙерләгән.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Инстаграмда шиғырҙар конкурсы иғлан итәсәк.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла батырыбыҙ тураһында фильмдар һәм тапшырыуҙар йыйынтығы әҙерләгән.
Читайте нас