Туймазы хәбәрләре
+27 °С
Облачно
Җәмгыять
27 Мая 2020, 13:23

Республикала сирлеләрҙең һаны 2942-гә еткән

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы 91 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған. Дөйөм алғанда, республикала сирлеләрҙең һаны 2942-гә еткән, тип хәбәр итте «Башинформ» мәғлүмәт агентдығы

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы 91 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған. Дөйөм алғанда, республикала сирлеләрҙең һаны 2942-гә еткән, тип хәбәр итте «Башинформ» мәғлүмәт агентдығы.
Уҙған тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән, улар — 18 кеше.
Бер тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә коронавирустың 8 338 яңы осрағы раҫланған, 161 үлем осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә илдә 11 079 кеше һауыҡҡан. Дөйөм алғанда, бөгөн Рәсәйҙә коронавирус йоҡторған 370 680 кеше иҫәпләнә, уларҙың 142 208-е һауығып сыҡҡан, 3968-е вафат булған.
Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына бушлай мобиль телефон таратыла. Акция «Берҙәм Рәсәй» партияһының һәм «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең берлектәге проекты сиктәрендә уҙғарыла.
Әлеге ваҡытта республикала меңгә яҡын ветеран-фронтовик йәшәй. Уларҙың һәр береһенә шәхси ҡулланыу өсөн гаджет һәм лимитһыҙ льготалы тариф бирелә.
Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һөйләүенсә, алдан мобиль ҡоролмаларҙың хәтеренә социаль хеҙмәттәр, ирекмәндәр, медицина учреждениеларының номерҙары индерелә. Был пандемия шарттарында бик мөһим. Бынан тыш, бөтә аппараттарҙың да «SOS» төймәһе һәм ҙур баҫмаҡтары бар.
Ветерандарға сим-карталар ҡуйылған телефондарҙы быйыл 22-24 июндә тапшырырға йыйыналар. Республика район-ҡалаларында уларҙы таратыу менән социаль хеҙмәткәрҙәр, депутаттар һәм ирекмәндәрҙән торған мобиль бригадалар шөғөлләнә.
Читайте нас