Туймазы хәбәрләре
+16 °С
Ясно
Җәмгыять
30 Марта 2020, 07:30

Белорет районында 140 урынға иҫәпләнгән ике балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды

Райондың ҙур, йәштәр күпләп төпләнгән Инйәр һәм Абҙаҡ ауылдары халҡы был социаль объекттарҙың асылыуын күптән көтә ине

Белорет районында 140 урынға иҫәпләнгән ике балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды, тип хәбәр итте «Башҡортостан» гәзите. Райондың ҙур, йәштәр күпләп төпләнгән Инйәр һәм Абҙаҡ ауылдары халҡы был социаль объекттарҙың асылыуын күптән көтә ине. Ниһайәт, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса бойомға ашырылған “Демография” милли проекты был ауылдарҙа йәшәгән ата-әсәләрҙең күптәнге хыялын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итте.
Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, ике объекттың сафҡа индерелеүе районда 34 яңы эш урыны барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ иткән. Балалар баҡсаларында физик йәһәттән мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн логопед, физик тәрбиә буйынса инструктор эшләйәсәк. Ике ҡатлы балалар баҡсаһы биналарында заманса шарттар һәм бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған.
Балалар баҡсаларын асыу тантанаһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, подрядсы ойошмалар, тәрбиәселәр ҡатнашты.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас