Уны Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, «Грэмми» һәм «Алтын битлек» премиялары лауреаты, күренекле опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов сәхнәләштерә.
Операның тура трансляцияһы Мәскәү ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-лә башлана. Трансляцияны һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин.
Илдең төп мәҙәниәт майҙансығында мөһим партияларҙы бар донъяға танылған опера йондоҙҙары Илдар Абдразаҡов (Аттила), Вероника Джиоева (Одабелла), Василий Ладюк (Эцио) һәм Лучано Ганчи (Форесто) башҡара. Актерҙар составында шулай уҡ Өфө труппаһы солистары Артур Ҡәйепҡолов (Леоне) һәм Айҙар Хәйруллин (Ульдино) бар. Спектаклдә оркестр, хор, балет һәм балалар опера студияһы ҡатнаша.
Дирижер пульты артында – музыкаль етәксе һәм спектаклдең ҡуйыусы дирижёры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты Артём Макаров.
Опера Башҡортостан Хѳкүмәте ярҙамында Башҡорт дәүләт опера һәм балеты театры труппаһының Мәскәүҙәге гастролдәре барышында күрһәтелде. Башҡортостан ѳсѳн мѳһим ваҡиғала республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
"Был беҙҙең театрҙың, бѳтә коллективтың ҡаҙанышы. Сығыш яһаған оркестрға, бѳтәһенә лә рәхмәт. Костюмдар, матур декорация ѳсѳн ҡуйыусы тѳркѳмгә рәхмәт. Республика етәкселеге булышлыҡ итмәһә, быларҙың береһе лә булмаҫ ине. Радий Фәрит улы, ярҙамығыҙ ѳсѳн рәхмәт", - тип белдерҙе Илдар Абдразаҡов.