Туймазы хәбәрләре
+20 °С
Дождь
Җәмгыять
4 Марта 2020, 11:24

Бөтә донъя башҡорттары рәйесе итеп Ғәлим Яҡупов һайланды

Бөгөн М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сираттан тыш йыйылышы үтте, тип хәбәр итте «Башҡортостан» гәзите.

Бөгөн М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сираттан тыш йыйылышы үтте, тип хәбәр итте «Башҡортостан» гәзите.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Башҡортостан эсендәге 70, Рәсәй тәбәктәрендә 38, донъя буйлап 20-нән ашыу башҡорт ҡоролтайҙары эшмәкәрлеген баһалап рәхмәт белдерҙе.
Эльвира Ринат ҡыҙы Ҡоролтай Уставындағы үҙгәрештәр, бер нисә ағза башҡарма комитеттан сығыу сәбәпле, яңы ағзалар ҡабул итеү тураһында әйтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Искәндәр Юлдашев ҡоролтай ағзаларына бергә эшләгән өсөн рәхмәт белдерҙе һәм икенсе эшкә күсеү сәбәпле, үҙен был вазифанан бушатыуҙы һораны.
Бөтә донъя башҡорттары рәйесе итеп бер тауыштан Ғәлим Яҡупов һайланды. Фото: "Башҡортостан" гәзите сайтынан.
Читайте нас