Туймазы хәбәрләре
+20 °С
Облачно
Җәмгыять
23 Января 2020, 13:00

2019 йылда Башҡортостанда 25 064 пар рәсми никахҡа ингән

Был турала республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты белгестәре хәбәр итте

ЗАГС бүлектәре шулай уҡ айырылышыу хаҡында 15 414 акт теркәгән.
Түбәндәге райондарҙа никахтар һанының 0,6 проценттан 54,8 процентҡа тиклем артыуы билдәләнә:
Асҡын,
Балтас,
Ғафури,
Дыуан,
Йылайыр,
Иглин,
Краснокама,
Миәкә,
Стерлетамаҡ,
Өфө,
Саҡмағош,
Шишмә,
Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы,
Бәләбәй районы һәм Бәләбәй ҡалаһы,
Дүртөйлө районы һәм Дүртөйлө,
Ишембай районы һәм Ишембай,
Межгорье,
Нефтекама,
Сибай,
Өфөнөң Дим, Ленин, Октябрь, Орджоникидзе райондары.
Айырылышыуҙар һанының кәмеүе буйынса лидерҙар иҫәбендә – Әбйәлил, Ауырғазы, Балтас, Бишбүләк, Бүздәк, Борай, Дыуан, Ейәнсура, Иглин, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Көйөргәҙе, Кушнаренко, Мишкә, Нуриман, Стәрлебаш, Федоровка райондары. Ҡалалар араһында – Баймаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Благовещен, Мәләүез, Ағиҙел, Күмертау, Межгорье, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфөнөң Калинин һәм Ленин райондары, тип хәбәр ите "Башинформ" агентлығы..
Читайте нас