Туймазы хәбәрләре
+13 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
Казалар
10 ноябрь 2020, 18:39

Мәктәптә туҡланыу сифаты нисек?

Республиканың Йәмәғәт палатаһы мәктәптәрҙә туҡланыу сифатын тикшереү өсөн аноним һораулама ойоштора. Ата-әсәләр унда ҡатнашып, үҙ фекерен еткерә, балалары уҡыған мәктәптәге хәл-торош менән уртаҡлаша ала. Һорау алыу 30 ноябргә тиклем дауам итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатырға тигән күрһәтмә биргәйне. Йәмәғәт палатаһында билдәләп үтеүҙәренсә, Башҡортостан төбәктәр араһынан беренселәрҙән булып был тәҡдимде күтәреп ала һәм бойомға ашыра.
"Бушлай яҡшы тигәнде аңлатмай әле, шуға күрә ата-әсәләрҙең мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты хаҡында фекерҙәрен белергә ҡарар иттек. Балаларҙы һәйбәт ашаталармы, насармы - белгебеҙ, хаталар булһа, уларҙы төҙәткебеҙ килә", - тип билдәләне Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте буйынса комиссия рәйесе Лида Исәргәкова.
Читайте нас: