Барлык яңалыклар
Казалар
7 сентябрь 2020, 12:14

2020 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр исемлеге билдәләнде

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссия 2020 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүәселәрҙе билдәләне. Журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарағандан һуң, конкурста ҡатнашыуға түбәндәге кандидаттар индерелде.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссия 2020 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүәселәрҙе билдәләне. Журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарағандан һуң, конкурста ҡатнашыуға түбәндәге кандидаттар индерелде.
1. Риф Барый улы Әхмәҙиев, БДУ-ның журналистика кафедраһы профессоры. ”Мостай Кәрим публицистикаһы” китабы өсөн автор үҙен тәҡдим итте.
2. Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы Баһауетдинова,"Ашҡаҙар" радиоһының өлкән мөхәррире. "Ижади портрет" радиотапшырыуҙар циклы өсөн "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
3. Дмитрий Александрович Ефремов, журналистика ветераны. "За кулисами танца" тигән китабы өсөн автор үҙен тәҡдим итте.
4. Эмилия Рәйес ҡыҙы Завричко, "Молодежная газета" гәзите хәбәрсеһе. Ошо баҫмала донъя күргән социаль әһәмиәтле мәҡәләләре өсөн редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
5. Василий Иванович Иванов, юстицияның өлкән советнигы. "Я буду там, где должен быть. Куда поставит класс", "Реквием для убийцы" китаптары өсөн "Независимая газета+" баҫмаһы редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
6. Нур Тимербай улы Ҡәҙербаев, "Йәшлек" гәзите хәбәрсеһе. Ошо баҫмала донъя күргән спорт темаһына арналған мәҡәләләр серияһы өсөн редакцияның ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
7. Азат Уран улы Кинйәбулатов, Башҡортостан дәүләт медицина университеты доценты. "Исторический вестник БГМУ" гәзитенең баш мөхәррире. "Тыловые эвакуационные госпитали в Башкирской АССР (1941 — 1945 гг.) – Госпитальные базы Республики Башкортостан для коронавирусной инфекции, вызванной 2019-NCOV (2020 г.)" тигән китабы өсөн Башҡортостандың Журналистар союзы һәм Башҡортостан дәүләт медицина университетының беренсел ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителде.
8. Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдина, журналистика ветераны. "Һуғыш балалары һөйләй" тигән китабы өсөн "Йәншишмә" гәзитенең ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
9. Гөлнара Әхтәм ҡыҙы Мырҙина, "Белебеевские известия" гәзитенең ижади проекттар бүлеге мөдире. «100 народов – 100 культур: кулинарное путешествие по Башкортостану» тигән китабы өсөн редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
10. Елена Сергеевна Мусина-Сергунина, “Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының алып барыусыһы. Ошо телеканалда эфирға сыҡҡан "Солдаты Победы", "Время героев" телерепортаждар циклы өсөн телеканал хеҙмәткәрҙәренең ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
11. Азамат Салауат улы Рәхимҡолов, Башҡортостан дәүләт медицина университеты доценты, "Медик" гәзитенең шеф-мөхәррире. "Бессмертный медсанбат", "2020 год – Год 75-летия Победы", "100-лет Республике Башкортостан" тигән мәҡәләләр циклы өсөн "Медик" гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
12. Евгения Константиновна Сюткина, "Общественная электронная газета" баҫмаһының әҙәби мөхәррире. "Наша родина – Башкортостан" мәҡәләләр серияһы өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы тарафынан тәҡдим ителде.
13. Марианна Викторовна Тимофеева, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Спутник ФМ» радиостанцияһы бүлек етәксеһе. "Уфимская волна", "Уроки русского", "Хочу в семью" тапшырыуҙар циклы өсөн телеканал хеҙмәткәрҙәренең ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
14. Гөлнара Нәжип ҡыҙы Хәлфетдинова, "Ағиҙел" журналының шиғриәт бүлеге мөхәррире. "Ағиҙел", "Шоңҡар", "Тамаша" журналдарында донъя күргән публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн "Ағиҙел" журналы редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
15. "Благоварские вести" гәзитенең ижади коллективы: Лира Әдип ҡыҙы Ғафарова (баш мөхәррир), Любовь Владимировна Ермакова (яуаплы секретарь), Айһылыу Мөнир ҡыҙы Хәсәнова, Эльвира Нәзим ҡыҙы хәсәнова (бүлек мөдирҙәре), Ирина Анатольевна Максимова (хәбәрсе). Ошо баҫмала донъя күргән публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн редакцияның ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителделәр.
16. "Медик" гәзитенең авторҙар төркөмө: Рәмил Мөхәмәт улы Бадакшанов (БДМУ-ның ветерандар берләшмәһе рәйесе, доцент), Олег Рәмил улы Солтанов (версткалаусы). Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе тураһындағы мәҡәләләр циклы өсөн "Медик" гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителделәр.
17. "Уфа" журналының ижади коллективы: Галина Ғәзим ҡыҙы Ишмөхәмәтова (баш мөхәррир), Әлфиә Венер ҡыҙы Ибраһимова (баш мөхәррир урынбаҫары), Зәйнәб Нәбихан ҡыҙы Бәҙриева, Иван Александрович Бегма, Алина Ришат ҡыҙы Ғарипова, Лилиә Венер ҡыҙы Зимина, Екатерина Владимировна Климович (хәбәрселәр), Рита Нәсим ҡыҙы Ишниязова (фотохәбәрсе). Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тураһындағы мәҡәләләр циклы өсөн редакцияның ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителделәр.
18. "Юмашевская сторона" тигән китаптың авторҙар коллективы: Хәйҙәр Фәйзрахман улы Басиров (журналистика ветераны), Айҙар Хәйҙәр улы Басиров (Саҡмағош тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры). Саҡмағош районының “Игенсе” гәзите редакцияһы ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителделәр.
Конкурсҡа үткән эштәр 2020 йылдың 25 сентябренә тиклем тикшерелә.
Читайте нас в