Туймазы хәбәрләре
+14 °С
Облачно
Казалар
11 Июня 2020, 07:51

Зөһрә Рәхмәтуллина: «Илдең Төп документында ғаилә ҡиммәттәрен, әсәлекте, аталыҡты, балалыҡты яҡлай»

1 июльдә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө. Уға бәйле үҙ фекен Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, философия фәндәре докторы, профессор белдерҙе.

“Беҙ бөгөн йәшәйештең изгеләрҙән-изге ҡиммәттәре – ғаилә, никах институты – яңынан ҡарауға дусар ителгән "дыуамал донъя"ла йәшәйбеҙ. Ғаилә берлеген ойоштороуҙың төрлө "заманса" сәйер варианттары килеп сыҡты – бер енесле никахтар, беренсе һәм икенсе ата-әсә. Был Фауст (көнбайыш) мәҙәниәте өлгөләре бөгөн киң массаға маҡсатлы күрһәтелә, шул иҫәптән иң беренсе беҙҙең йәш быуынға. Унан да бигерәк, илебеҙҙе кеше иреклегенә һөжүм итеүҙә, уның гендер роле хоҡуҡтарын боҙоуҙа ғәйепләп маташалар. Ватан социомәҙәниәтендә һәм дини йолаларҙа ғаилә никах, лайыҡлы алмаш тәрбиәләү, өлкән быуынға ихтирамлы, хәстәрлекле мөнәсәбәт өсөн яуаплы Ир менән Ҡатындың изге берлеге булып тора. Һәм был йәһәттән башҡа бер ниндәй ҙә үҙгәреш булырға тейеш түгел! Ошо ҡараш ил Конституцияһында нығытыла”.
Читайте нас